Быйыл ярыш Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, милләт-ара татыулыҡты нығытыу темаһына арнала. Конкурста 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге профессииональ рәссамдар һәм үҙешмәкәр ҡыл-ҡәләм оҫталары ҡатнаша ала. Ғаризалар 3 майға тиклем тапшырылырға тейеш.. Эскиздарҙы урам сәнғәте, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса федераль һәм төбәк эксперттары баһалай. Еңеүселәр быйыл августа иғлан ителә. Уларға 100, 150 һәм 200 мең һумлыҡ грант тапшырыла. Былтыр ижади ярышта республиканан Кирилл Ильин 3-сө урын алды.