Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы техникаһын яңыртыу 2021 йылдан алып барыла. Бөгөн 18 яңы электр поезы йөрөй. Шул иҫәптән "Ҡарлуғас", "Финист", "Орлан"дар файҙаланыла. 2025 йылда улар 5 миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Быйыл Өфө-Һамар, Өфө-Магнитогорск маршруттарын булдырыу бурысы ҡуйылған.