Радий Хәбиров ҡыйыҡтарҙан ҡарҙы таҙартыуҙы көсәйтергә ҡушты

Радий Хәбиров коммуналь хеҙмәттәргә ҡыйыҡтан ҡарҙы таҙартыу эшен көсәйтергә, юл соҡорҙарын ремотларға ҡушты. Республика башлығы был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Дүшәмбе кәңәшмәһендә шулай уҡ спорт объекттарында яһалма зиһенде файҙаланыу, махсус хәрби операция яугирҙарына медицина реабилитацияһы, республикала газификациялау кимәле тураһында барҙы. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ҡарҙың ауырлығынан ҡыйыҡтар емерелә, боҙлауыҡтар төшә. Һуңғы аҙнала коммуналь хеҙмәттәр менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр бер нисә муниципаль берәмектә теркәлә. Башҡортостан башлығы хәүефле урындарҙы тикшерергә, ҡыйыҡтарҙы таҙартыу эшен көсәйтергә ҡушты. Шулай уҡ юл соҡорҙарын ремонтлай башларға ла ваҡыт. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында трассаларҙы яҡтыртыу эше лә алып барыла. Мәҫәлән, Өфө-Ырымбул юлының Стәрлетамаҡҡа тиклемге 88 километр арауығын яҡтыртыуҙы 2 авгусҡа тиклем тамамлау ҡаралған.

Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән тағы ла бер тема заман технологияларына бәйле. Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу спорт объекттында пилот режимында аҡыллы камералар ҡуйылған. Яһалма зиһен спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең иҫәбен, йәшен, әүҙемлеген иҫәпләй. Йәғни, статистика мәғлүмәттәре алып бара.

Башҡортостанда медицина реабилитацияһын 1 мең 500-ҙән ашыу махсус хәрби операция яугиры үткән. Был тәңгәлдә республикала комплекслы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыла, тине Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Тағы ла бер мөһим бурыс-тораҡ пункттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу. Йыл һайын республикала 130 йортҡа газ индерелә. Һуңғы биш йыл эсендә 25 районда йөҙҙән ашыу ауылға торбалар һуҙылған. Алда ла ҙур бурыстар тора.

Был аҙнала мосолман донъяһы изге Ураҙа ғәйетен билдәләй. Радий Хәбиров муниципаль берәмек башлыҡтарына уяулыҡты юғалтмау, байрамды имен итеп уҙғарыу бурысын ҡуйҙы.

Р.Кәримова