Иртәгә лә республиканың ҡайһы бер райондарында ҡуйы томан төшөүе көтөлә

Был күреү мөмкинлеге 500 метрғаса сикләүе ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы водителдәргә һауа шарттары тотороҡланғанға тиклем алыҫ юлға сәфәрҙе кисектереп торорға кәңәш итә. Әгәр ҙә юлға сығырға тура килһә, тиҙлектә арттырмау, автомобилдәр араһында дистанцияны һаҡлау һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Ҡуйы томан республиканың күп кенә ҡала-раондарында бөгөн дә күҙәтелде. Ошо сәбәпле «Өфө» аэропортында 18 рейс тотҡарланған, 6 самолет күрше ҡалаларға йүнәлтелгән.