Бөгөн «Мәктәп 21» менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы араһында ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеү нигеҙендә йәштәр нейроселтәр, һанлаштырыу һәм башҡа заманса компьютер программаларын өйрәнәсәк. Әле яҙғы курстар старт алды.