«Әй йола» төркөмө «Йылдың поп-төркөмө» номинацияһында еңде

Ҡыҙыл келәм, алтын статуэтка һәм киң танылыу. Мәскәүҙең «Live Арена» сәхнәһендә Рәсәйҙең төп музыкаль наградаһы-«Виктория» милли премияларын тапшырыу тантанаһы үтте. Иң-иңдәр 13 номинацияла билдәләнде. «Йылдың поп-төркөмө» номинацияһында еңеүҙе Башҡортостандан «Әй йола» төркөмө яуланы. Был ҡаҙаныш яҡташтарыбыҙ өсөн көтөлмәгән хәл була, сөнки наградаға «Моя Мишель», «Руки Вверх!», A’Studio һәм V-Teens төркөмдәре лә дәғүә итә.

Шулай уҡ бүләкләү тантанаһында республиканың тағы ла бер коллективы билдәләнә. Нефтекамала ойошторолған «Бонд с кнопкой» төркөмө «Иң яҡшы рок-төркөм йәки рок-башҡарыусы» номинацияһында бүләкләнә. Улар «Кухни» хиты менән дан тота. «Әй йола» төркөмө артистары тамашасыларға ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Еңеүсе тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде, уның һөҙөмтәләре тантана ваҡытында иғлан ителде.