Өфө Мәскәү хореография академияһының йәш артистарын ҡабул итте

Өфө Мәскәү хореография академияһының йәш артистарын ҡабул итте. Ҡунаҡтар тамашасыларға Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет фестивале сиктәрендә классик әҫәрҙәр тәҡдим итте.

Академия уҡыусылары «Коппелия», «Царь-девица» балет сюиталарында сағыу хореография номерҙары менән сығыш яһаны, тамашасыларға мәҙәни ял һәм күтәренке кәйеф бүләк итте. Концерт программаһынан тыш балет артистары Башҡорт хореография колледжында оҫталыҡ-дәресе лә күрһәтте.

Был концерт Өфө тамашасаһы өсөн дә Мәскәү хореографияһы академияһы артистарына ла ҙур ваҡиға. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һәм студенттарыбыҙ тәүге тапҡыр Башҡортостанда сығыш яһай. Әйткәндәй, мин үҙем дә Өфөлә беренсе тапҡыр. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бик ихлас ҡаршы алды, беҙ тамашасылар күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырырбыҙ тип ышанам.

Светлана Захарова, Рәсәйҙең халыҡ артисы, ҙур театрҙың прима-балеринаһы