Яҡташыбыҙға Рәсәй Оборона Министрлығының юғары дәүләт наградаһы тапшырылды

“Ральф” ҡушаматлы яугир “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Был турала баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрендә белдерҙе. “Ральф” махсус хәрби операцияға тиклем Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә. Ул Курск өлкәһендәге хәрби бәрелештәрҙә яралана.