Эшлекле сарала илдең 40-ҡа яҡын төбәгенән, шулай уҡ Ҡытай һәм Белоруссиянан 350 компания ҡатнаша. Уларҙың күбеһе йыйынға беренсе тапҡыр килгән. Форумды вице-премьер - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов асты. “Беҙҙең республика илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә лайыҡлы өлөш индерә. Башҡортостан күп күрһәткестәр буйынса лидерҙар исемлегендә. Беҙ Агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Былтыр ауыл хужалығына инвестициялар 20 процентҡа артты. Инвестициялар портфеле 100 миллиард һум самаһы. Быйыл 16 инвестиция проектын тамамлайбыҙ, 17-һенә старт бирәбеҙ. Форумда барығыҙға ла уңыштар теләйем”, - тине Илшат Фәзрахманов. Эшлекле сара 20 мартта тамамлана.