Ул 5-7-се класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә. Уҡыу әсбаптары федераль дәреслектәр исемлегенә индерелгән. Китапта һүрәттәр, йөкләмәләр, тарихи белешмәләр һәм ижади күнегеүҙәр урынлаштырылған. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, уҡыусыларға дөйөм, Рәсәй һәм тыуған яҡ тарихы буйынса белем бирелә. Шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарына арналған айырым бүлек ҡаралған.