«Көньяҡ» төркөмө полигонында яугирҙар штурм тактикаһын үҙләштерә

Ныҡлы әҙерлек үтмәйенсә бер генә хәрби ҙә яуға инмәй. Һәр контракт төҙөүсе тәүҙә етди күнекмәләр аша үтә. Полигонда улар бер нисә аҙна үткәрә. Яңы килгән һалдаттар ҡорал менән эш итергә, хәрби, медицина ярҙамы күрһәтеү тактикаһына өйрәнә. Һәр полктың тиерлек үҙенең күнекмәләр уҙғарыу урыны бар. Яҡташтарыбыҙ күпләп хеҙмәт иткән «Көньяҡ» ғәскәрҙәр төркөмөнөң полигондарының береһендә беҙҙең хәбәрселәр ҙә булды. Айнур Кәбиров репортажы.

Мангал, дрондарға ҡаршы тростар. Пехотаның хәрби машинаһын ҡапыл ғына төҫмөрләп тә булмай. Башҡаса мөмкин түгел, бронетехника штурмға барыусыларҙы тәғәйен урынға теүәл алып барып еткерергә тейеш. Шартлы нығытмаларға яҡынлашыу менән яугирҙар окоптарҙы таҙартыуға тотона.

Бер- береһен күҙ уңынан ысҡындырмай штурмовиктар алға бара. Береһе йгергәндә икенсеһе ата тора. Шул уҡ ваҡытта һауа ла контролдә тотола. Туҡтап торорға ярамай, дошман абайламай ҙа ҡалырға тейеш, ти яугирҙар. Тиҙ эш итһәләр ҙә окоптарҙың бер генә мөйөшө лә таҙартылмай ҡалмай.

Ут асыу нөктәләре, гранталар, миналар шартлап торған нығытмалар йөҙ метрға һуҙылған. Яугирҙар уны юғалтыуһыҙ үтергә тейеш.

Нығытмаларҙы шутрмлау күнекмәләрҙең бер өлөшө генә. Яугирҙар һәр төрлө шарттарҙа ла етди әҙерлек үтә. Кәрәк икән, штурмовиктар башҡа төр ғәскәрҙәрҙе лә алыштыра алырлыҡ булырға тейеш, ти инструкторҙар.

Бөгөн штурмовиктарға ныҡлы бишле ҡуйылды. Ләкин киләсәктә яндарында утты-һыуҙы үткән тәжрибәле инструкторҙар булмаясаҡ. Төркөмдәр төрлө хәлдәрҙә лә үҙ аллы эш итергә өйрәнгәс, һәр хәрәкәт тә автомат шикелле көйләнгәс кенә ысын яугирҙарға әйләнәсәк.

Айнур Кәбиров