Киске ашҡа йыйылыусылар бер-береһе менән аралашты, мәҙәни программала ҡатнашты. Ифтарҙа төбәктең төрлө район-ҡалаларынан ике йөҙҙән ашыу йәш кеше ҡатнашты. Улар алдында төрлө конфессия һәм милләт вәкилдәре сығыш яһаны. Сара халыҡтар берҙәмлегенә һәм Башҡортостанда барған Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Залда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың именлегенә доғалар уҡылды.