Бөгөн Өфөлә агросәнәғәт форумы барышында уларҙы асыу тантанаһы булды. Стәрлетамаҡ районында һөт-тауар комплексына 6 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелгән. Бында 3 мең ярым һауын һыйыр бар. Йылына 40 мең тонна һөт етештерелә. Дыуан районында ла индустриаль һөт фермаһы эш башланы. Проект өсөн 1 миллиард 800 миллион һум тотонолған. Мәләүез районында яңы проект ғәмәлгә ашырыла. Бында мал салыу цехы төҙөлә. Шулай уҡ ит эшкәртеү цехын проектлау эштәре бара. Инвестиция суммаһы 150 миллион һум.