Республика гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел, Өфө һәм Димдең апрель башында асылыуы фаразлана. Был турала Өфө ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында белдерелде. Өфөлә ташҡынға ҡаршы 8 комиссия булдырылған. Һыу баҫыу хәүефе булған урындарҙа йәшәүселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 41 урын әҙерләнгән.