Ул быйыл июнь аҙағында була. Мәҙәни форумда илдең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу йәш артист ҡатнашыуы көтөлә. Логотипта башҡорт милли кейеме, ҡояш, ҡулдар, нота һүрәтләнгән. Улар халыҡтар берҙәмлеген, именлекте, йыр-бейеүҙе сағылдыра. Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ике йыл һайын уҙғарыла. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни үҙенсәлеген һәм мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм танытыуға йүнәлтелгән. Быйылғы фольклор байрамы Өфөлә үтә. Төп сәхнә итеп Совет майҙаны һайланған.