Башҡортостанда юлдар төҙөлөшө буйынса яңы программа ғәмәлгә ашырыла

Федераль юл агентлығы менән меморандумға өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Документ 2031 йылға тиклем иҫәпләнгән. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова белдереүенсә, маҡсат - юлдарҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү. Быйыл республикала 200 километрға яҡын юл һәм  15 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла.