Башҡортостанда һуғым цехы һәм ике һөт комплексы асылды. Өфөлә үткән Агросәнәғәт форумы сиктәрендә видеобәйләнеш аша өс агропроизводствоның эшмәкәрлегенә старт бирелде. Күләмле форум был юлы ла халыҡ-ара «Агрокомплекс» күргәҙмәһе менән бергә ойошторола. Экспозицияла Рәсәй төбәктәренән, Ҡытай һәм Белоруссиянан 350-нән ашыу компания ҡатнаша. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
«Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһының һуғым цехы эшмәкәрлегенә старт бирелде. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 150 миллион һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителгән. Бында эш «хәләл» стандарттары буйынса ойошторолған. Проект ҡеүәтенә ярашлы, һуғым цехы аша йылына 10 мең эре мөгөҙлө мал үтәсәк.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районындағы «Калинин» һәм Дыуанда «Рассвет» һөт комплекстары ла эш башланы. Агросәнәғәт форумы менән бергә «Агрокомплекс» күргәҙмәһе лә асылды. 36-сы тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара эпозияцияла йөҙәрләгән техника өлгөләре, яңы моделдәр тәҡдим ителде. Әлеге процент ставкалары менән лизинг буйынса автопаркты тулыландырыу-аграрийҙарға уңай ысулдарҙың береһе. Башҡортостан «Росагролизинг» аша техника һатып алыу буйынса ил төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә. Көн тәртибендә төбәктең агросәнәғәт комплексы менән хеҙмәттәшлек итеүҙең яңы ысулдары ҡаралды.
Башҡортостан хөкүмәте менән «Росагролизинг» ойошмаһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, быйыл республикала машина-технология компанияһы барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан иҡтисадына өлөш индергәне өсөн биш ауыл хужалығы ойошмаһы «Иң яҡшы агроинвестор» исеменә лайыҡ булды. Уларҙың береһе-«Красная Башкирия» предприятиеһы. Хужалыҡта 720 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән роботлаштырылған ферма төҙөлөшө бара. Әле проекттың яртыһы тормошҡа ашырылған. Ошо маҡсатта бер миллиард ярым һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән.
Агросәнәғәт форумы менән «Агрокомплекс» күргәҙмәһе 20 мартҡа тиклем дауам итә. Эшлекле программаға ярашлы, ватан селекция һәм генетик технологияларына күсеү, етештереү процестарын һанлаштырыу һәм экспорт потенциалын үҫтереүгә арналған осрашыуҙар көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова