Стратегик башланғыстар агентлығының Йәшәү сифаты рейтингында Башҡортостан 9-сы баҫҡысҡа күтәрелде. Бер йыл элек 40-cы урында иҫәпләнгән милли рейтинг һөҙөмтәләре Өфөлә үткән төбәк сервис конференцияһында иғлан ителде. Республикала граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу, көндәлек тормошон еңелләштереү буйынса күп яҡлы етди эш алып барыла. Тулырыҡ ҡмәғлүмәт киләһе яҙмала.
Төбәк сервис вәкилдәренең тәүге конференцияһының тап Өфөлә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан йәшәү сифаты Милли рейтингында ил кимәлендә 9-cы урында. Конференцияла кешенең көндәлек тормошон яҡшыртыу буйынса аныҡ ҡарарҙар буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Дәүләт һәм социаль сервистарҙы халыҡҡа яҡыныраҡ эшләү институттың мөһим бурыстарының береһе булыуы билдәләнде.
Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу һорауҙарына бағышланған Совет ултырышында республикала ошо йүнәлештә башҡарылған иң яҡшы проекттар билдәләнде. Уҡытыусыларҙың ҡағыҙ эшен еңелләштереү йүнәлешендәге һөҙөмтәләр яҡшы тәжрибәләр исемлеген тулыландырҙы. Бер нисә йыл элек педагогтарға йылына 400-гә яҡын отчет әҙерләргә тура килһә бөгөн уҡытыусыларға 5 документ әҙерләү йөкмәтелә. Педагогтарҙың төп яуаплығы-балаларға белем биреү һәм уларҙы тәрбиәләү.
Йәшәү сифаты милли рейтингы төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән һорау алыу, статистика һәм геоаналитик мәғлүмәттәр нигеҙендә төҙөлә. Тормоштоң төрлө өлкәләренән 12 йүнәлеш буйынса 149 күрһәткес иҫәпкә алына, улар араһында матди именлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хәүефһеҙлек һәм башҡа өлкәләр ҡарала. Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, күп балалы ғаиләләрҙең хәле, йәштәр менән эш тә иғтибар үҙәгендә
Ф.Миһранова