Маҡсатлы уҡыусыларға яңы ярҙам: Башҡортостанда түләүҙәр артты

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алыусы студенттар өҫтәмә түләүҙәр ала башланы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Мәғариф һәм педагогия фәндәре» йүнәлеше буйынса маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған студенттарға өҫтәмә ярҙам сараларын билдәләүсе ҡарарға 2024 йылда ҡул ҡуйғайны Төбәк башлығы ҡарарына ярашлы, педагогик йүнәлештәр буйынса белем алыусы студенттар өҫтәмә рәүештә 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем аҡса ала.

Маҡсатлы белем алыусылар педагогик практиканы ла маҡсатлы йүнәлтмә биргән ойошмала үтә, уҡыуҙы тамамлағас, унда 3 йылдан биш йылға тиклем эшләргә бурыслы. Квота буйынса йыл һайын 150 тирәһе абитуриент ҡабул ителә.

Наталья Илюшина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рекрутинг һәм карьера үҫеше идаралығы етәксеһе

Маҡсатлы уҡытыу студенттарҙы юғары уҡыу йортон тамалағандан һуң кәрәкле белем биреү учреждениеларына йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Йәштәргә бушлай уҡыу һәм диплом алғас эш урыны гарантиялана. Аҡмулла университетында ошо категорияға ҡараған 600-ҙән ашыу студент иҫәпләнә.