Өфөлә башҡорт һәм татар киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн практик семинар үтте

Уны асып, Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов заманса медиа киңлегендә өҙлөкһөҙ профессиональ үҫештең мөһимлеген билдәләне. Осрашыуҙа тармаҡ эксперттары ҡатнашты, улар коллегалары менән көнүҙәк эш ҡоралдары менән уртаҡлашты. Заманға ярашлы, яһалма зиһенде лә үҙләштерергә кәрәк. Семинарҙа белгестәр яһалма зиһенде һәм нейроселтәрҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Сара башында Журналистар берекмәһе рәйесе Вәдүт Исхаҡов яңы ағзаларға таныҡлыҡ тапшырҙы.