Бөгөн Рудольф Нуриевтың тыуыуына 88 йыл. Ошо уңайҙан, арҙаҡлы шәхес исемен йөрөткән хореография колледжы студенттары һәм уҡытыусылары Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында балетмейстр барельефына сәскә һалды. Яҡташыбыҙҙың балетҡа һөйөүе тап ошо театрға бәйле. Бала сағында ул әсәһе менән «Сыңрау торна» балетын ҡарай һәм юғары сәнғәткә ғашиҡ була. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикала Рудольф Нуриев исемендәге XXVI Халыҡ-ара балет фестивале бара. Ул илдәге абруйлы балет форумдарының береһе иҫәпләнә һәм тотош донъяла дан тота.