Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлатыла

Бындай эш ташҡын ваҡытында боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа алып барыла. Архангель районының Тәүәкәс һәм Оҙондар ауылы янында Инйәр йылғаһында боҙ шартлатылды. Эш планлы алып барыла. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа хәүефләнмәҫкә кәңәш итә.