МХОла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса наказдар Халыҡ программаһына инә

"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе форумы уҙғарылды. Унда Дума һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, сенаторҙар, партия проекттары координаторҙары, ветерандар, министрлыҡ  һәм ведомстволар, йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Төп темаларҙың береһе - яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам булды. Ултырышта ветерандарҙың наказдары тыңланды. Улар буйынса тәҡдимдәр әҙерләнде. Был наказдар партияның Халыҡ программаһына индерелә.