Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Төбәк башҡа илдәргә сеймал ғына түгел, технологиялар, эшкәртеү продукттары, интеллектуаль эшләнмәләр ҙә һата.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, халыҡ-ара аренала ышаныслы партнерҙар менән мөнәсәбәттәр нығытыла, яңыларын эҙләү буйынса әүҙем эш алып барыла. Эшҡыуарҙарға бәйләнештәр булдырырға һәм яңы баҙарҙарға сығырға ярҙам итеү өсөн бизнес-миссиялар ойошторала. Былар барыһы ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Әммә күберәккә өлгәшергә мөмкин. Әле «Йыл экспортеры. Рәсәйҙә эшләнгән» премияһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл ул яңы форматта үтә. Номинациялар төрлө-аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт ҡорамалдарынан алып айти, кино һәм анимацияға тиклем. Был беҙҙең предприятиелар өсөн үҙеңде танытыу өсөн яҡшы инструмент тип яҙған Башҡортостан башлығы.