Сибай ҡалаһы моноҡалалар исемлегендә

Был туралағы күрһәтмәгә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Шулай итеп республикала моноҡалалар һаны етегә етте. Исемлеккә шулай уҡ Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Күмертау, Учалы һәм Нефтекама инә.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәте буйынса, яңы статус Сибайға йылдам үҫеш биләмәһен булдырыуға дәғүә итергә мөмкинлек бирәсәк. Инвесторҙар өсөн был ҙур һалым льготаларына һәм проекттар өсөн ер алыуҙың ябайлаштырылған процедураларына инеү мөмкинлеген аса. Системалы эш 2020 йылдан алып барылды. Документтар пакеты федераль үҙәккә быйыл февралдә ебәрелә. Хәҙер йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе төҙөүгә ғариза әҙерләнә башлай. Иҫегеҙгә төшрәбеҙ, йыл һайын Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.