20 мартта Өфөлә унынсы Театр яҙы фестиваль-форумы асыла

Фестивалдә республиканың бөтә театрҙары ҡатнаша. Аҙна буйы баш ҡала театрҙары сәхнәһендә ижади коллективтар һуңғы ике йылдағы миҙгелдә ҡуйған иң яҡшы спектаклдәрен күрһәтәсәк. Фестиваль сиктәрендә актерҙарға, драматургтарға, етәкселәргә төрлө уҡыуҙар уҙғарыла. Мәҙәни сара 27 мартҡа тиклем дауам итә.