Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлатыла башланы

Архангел районында шартлауҙар яңғыраны. Был сара боҙ тығындарын иҫкәртеү һәм тораҡ пунктарҙа йәшәүселәрҙе яҙғы ташҡындан һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторола. Шартлатыу командаһы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм инженер бригадаһы хәрбиҙәренән тора. Инйәр йылғаһында үткән шартлатыу эштәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы. 

Һауалағы разведка. Камера ҡуйылған квадрокоптер ҡош осар бейеклектән тирә-яҡтағы хәлде күҙәтергә ярҙам итә. Әммә ҡотҡарыусыларҙы тап йылғаның торошо ҡыҙыҡһындыра. Тәүәкәс ауылы эргәһенән аҡҡан Инйәр урыны менән боҙҙан әрселә башланған.

Ҡотҡарыусыларҙың ҡайһы берҙәре йылғаны һауанан тикшергән арала, икенселәре ерҙә эшләргә әҙерләнә. Бының өсөн аэрокәмә ҡулланыла. Һауа мендәрендәге судно боҙҙа ла, һыуҙа ла еңел хәрәкәт итә. Тиҙлеге сәғәтенә 40-50 саҡрымға тиклем етә ала. Вадим Богданов был аэрокәмә менән бишенсе йыл идара итә. Ҡоролма йыл әйләнәһенә сафта, ти ул. Әле лә йылғаның боҙҙан ирегән урындарын тикшерегә, буласаҡ мәкеләр өсөн урындарҙы билдәләргә ярҙам итә.

Хәлде баһалағандан һуң, ҡотҡарыусылар боҙ быраулай башлай. Бер участкала яҡынса 10-15 мәке уйыла. Был шартлатыусы матдәләр ҡуйыу өсөн урындар. Артабан эшкә хәрбиҙәр тотона.

Боҙҙо шартлатырға 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы белгестәре ярҙам итә. Тәүҙә заряд сым менән тоташтырыла, һуңынан таяҡтарға бәйләнә һәм мәкеләргә төшөрөлә.

Был юлы саперҙар 50 килограмм тротил ҡулланды. Киләһе этапта улар йылғаның башҡа участкаларында боҙҙо шартлатасаҡ.

Ошо көндәрҙә тағы өс шартлатыу сараһын үткәреү бурысы тора. Улар Инйәр йылғаһы ағымы буйлап өҫтәрәк урынлашҡан тораҡ пунктарҙа үтәсәк.

Тарас Пруденко, инженер-сапер взводы командиры

Әйткәндәй, шартлатыу өсөн был урын осраҡлы ғына һайланмаған. Теүәл бер йыл элек Инйәр йылғаһы Архангел районында йәшәүселәргә күп мәшәҡәттәр килтергәйне.

Ведомстовоның ҡотҡарыу көстәре, атап әйткәндә, 9 отряд һәм 184 кеше әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Шулай уҡ 41 автомобиль, 21 йөҙөү сараһы, шул иҫәптән һауа мендәрендәге суднолар за сафта.

Илгиз Фәррәхов, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары

Ошо арала йылғаларҙа боҙ шартлатыу эше Белорет һәм төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарында үтәсәк. Әле бөтә республикала һыу баҫыу хәүефе янаған ауылдарҙа йәшәүселәр исемлеге аныҡлана, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнә.

Әлфинә Килдейәрова