Йәштәр өсөн хәрби әҙерлек: «Патриот» паркында уҡыуҙар уҙҙы

Хәрби ҡоралдар менән эш итеү, яралыларға ярҙам күрһәтеү һәм штурм. Шишмә районында ойошторолған уҡыуҙарҙа йәштәр хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнеп хәүефле һынауҙар үтте. Иң ҡыйыу егеттәрҙе берләштергән сарала 250 студент ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Ҡыйыу ир-егеттәр өсөн һынау. Хәрби әҙерлек үтергә йыйылған студенттар Патриот паркы майҙанында оҫталыҡ туплай. Тәү башлап улар зәңгәр яғыулыҡ шартлаған кабинкаларҙан кешеләрҙе ҡотҡарып, мина шартлауҙарынан һаҡланырға өйрәнде.

Колледж студенттары өсөн хәрби әҙерлек уҡыуҙарында биш майҙансыҡ ойошторолдо. Бында буласаҡ ватан һаҡсылары һөжүм итергә, оборона тоторға, хәрби ҡоралдар менән эш итергә, атырға һәм һаҡланырға өйрәнеп практик белемен камиллаштырҙы.

Патриот хәрби-илһөйәрлек паркында уҡыуҙар мәктәп уҡыусылары өсөн дә ойошторола. Бында ир-егеттәргә тормошта һәр саҡ кәрәкле һәләттәрҙе өйрәнеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.

«Ир-егеттәрсә һөйләшеү» тип исемләнгән өсөнсө Йәштәр форумында республика колледждарынан 250 студент ҡатнашты. Сара сиктәрендә улар улар яңы дуҫтар табып үҙҙәрен иң ҡыйыу уйындарҙа һынап ҡараны.

Ф.Миһранова