Өфөлә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡайтыуына автоуҙыш ойошторолдо

Ҡырым менән Севастополдең Рәсәйгә ҡайтыуына 12 йыл тулды. Өфөлә иҫтәлекле ваҡиға хөрмәтенә патриотик автоуҙыш ойошторолдо. Унда 50-нән ашыу автомобиль һәм йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар-студенттар, уҡытыусылар, йәмәғәтселәр, ветерандар һәм Башҡортостандың башҡа битараф булмаған кешеләре. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырым республикаһы менән Севастополь ҡалаһын Рәсәй составына ҡабул итеү тураһындағы килешеүгә 2014 йылдың 18 мартында Кремлдә ҡул ҡуйылды. Һуңғы ҡарар референдум нигеҙендә ҡабул ителде, унда 90 проценттан ашыу кеше берләшеү өсөн тауыш бирҙе.

Рәсәй, Башҡортостан һәм «Алға-Патриот» үҙәге флагтары менән автоколонна «Нефтсе» стадионынан ҡуҙғалып Комаров, Октябрь проспекты, Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары буйлап үтте. Һуңынан Ватан паркында флешмоб ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең автомобилдәренән 89 һанын һынландырҙы. Уның фонында активистар тантаналы рәүештә Рәсәй дәүләт флагының егерме метрлыҡ туҡымаһын йәйелдерҙе.