Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған, әүҙем йәмәғәт эше алып барған гүзәл заттар айырым номинацияларҙа билдәләнеп, диплом һәм Кубок алды. Шулай уҡ Рәсәй геройҙары, ысын ил патриоттары үҫтергән әсәләргә «Милләт әсәһе» миҙалы тапшырылды. Тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Рәсәй Геройы үҫтергән әсәләрҙе залдағылар көслө алҡыштар менән аяғүрә баҫып ҡаршыланы. Сәхнәлә уларға танылған йәмәғәт эшмәкәре Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Милләт әсәһе» миҙалы һәм Еңеү символына әйләнгән француз яулыҡ тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында данлыҡлы 116-сы махсус тәғәйенләнештәге «ҡорос» бригадаһы командиры Руслан Ғарифуллиндың әсәһе лә булды.
Сәхнәлә бүләкләнеүселәр араһында Салауат районынан Зафира Ямалетдинова ла булды. Бер ай элек уның улы Вәсил дә Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булды. Штурмлау ротаһы командиры «Алтын йондоҙҙо» ил президенты ҡулынан алды.
Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостанда йәшәүсе гүзәл заттар ирекмәнлек эшенә лә әүҙем ҡушылды. Маскировка селтәрҙәре үреү, йылы кейемдәр тегеү булһынмы, алғы һыҙыҡҡа тиклем гуманитар ярҙам оҙатыумы-ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарҙың ныҡлы тылына әйләнде.
«Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» конкурсының абруйы йылдан-йыл күтәрелә, Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылыуы, сит тарафтарҙан ҡунаҡтар саҡырылыуы сараның бәҫен һәм мәртәбәһен тағы ла арттыра. Ойоштороусылар ҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжәһен күтәреп, йәмәғәт эшен әүҙемләштереүҙе, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Күләмле бәйге төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Еңеүселәр араһында уҡытыусылар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, эшҡыуар ҙа бар. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән уңыш ҡаҙанған гүзәл заттарға диплом, кубок, бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәрҙең барыһы ла әүҙем йәмәғәт эше алып бара.
Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт программаһы гүзәл заттарға хөрмәт билдәһе булды. Шулай уҡ Конгресс-Холл фойеһында ҡул эштәре, милли кейем, биҙәүестәр күргәҙмәһе ойошторолдо, фотозоналар эшләне.
Гөлназ Хәйбуллина