Өфө ғибәҙәтханаларың береһендә террор ғәмәмәле әҙерләүҙә ғәйепләнеүсе үҫмер һаҡ аҫтына алынған

Суд ҡарары менән ул тикшереү изоляторына оҙатылған. Был хаҡта Тәфтиш комитетынан хәбәр итә. Ведомствсто мәғлүмәттәре буйынса, уҡыусы мессенджер аша Украина биләмәһенән эш итеүсе, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә тыйылған халыҡ-ара террористик ойошма ағзаһы булып торған куратор тарафынан вербовкалана. Үҫмер таныштары араһында агитация үткәрә, ойошмаға инергә саҡыра, шулай уҡ социаль селтәрҙә терроризмды аҡлаусы комментарийҙар ҡалдыра. Артабан ул теракт өсөн ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс эшләргә ниәтләнә.