Беҙҙең республиканан 641 заявка тапшырылған. Конкурста илдең 89 төбәге ҡатнаша. 10 меңдән ашыу проект тәҡдим ителгән. Республика йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн граждандар йәмғиәте үҫешә. Кешеләр биләмәләр үҫеше өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. Социаль проекттар, йәмәғәт башланғыстары, грант конкурстары аша берләшәләр, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртәләр.