Ҡыҙыл Лиманда танкистар һөжүме: «Башҡортостан» полкы дошманды ҡурҡыта

«Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә дошманды ҡурҡыуҙа тота. Башлыса дрондар ярҙамында алып барылған һуғышта ла танк ғәскәрҙәре мөһим бурыс үтәй. Танкистар пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында йәшерен позицияларҙан ут асып ҡаршы яҡ нығытмаларын, блиндаждарын юҡ итә, пехотаға юл яра. Экипаждың сираттағы атыуға сығыуы тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Шулай ҙа хәүефһеҙлек талаптары иңҡар ителмәй. Тактика хәрби бәрелештәр үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып йылдам үҙгәреп тора. Хәҙер атыу урынына тәүҙә антидрон төркөм юллана. «Дан» ҡушаматлы яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә 57-һен тултырған, ләкин урында ариентир билдәләү, танктарға юл күрһәтеүҙә йәштәр ҙә көнләшерлек.

Барыр юл һәм атыу урыны ентекле тикшерелгәндән һуң ғына экипажға позицияларға сығыу рөхсәт ителә. Ҡеүәтле Т-90 М «прорыв» танкы менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән тәжрибәле командир етәкселек итә. «Юрич» ҡушаматлы яугир быға тиклем үҙе лә штурмлаусылар сафында хеҙмәт иткән. Шуға күрә һөжүмгә барғанда артиллерия әҙерлегенең ни тиклем ҙур роль уйнауын яҡшы белә.

Танктар хәҙер тура наводкаға сыҡмай. Һуңғы йылда улар йәшерен позицияларҙан ата һәм артиллерия ролен үтәй. Башлыса нығытмалар һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү пункттан тар-мар итә.

Т-90 танкты үҙе менән 22 снаряд йөрөтә ала. Ләкин Сергей Зорин исемендәге батальон танкистары бер сыҡҡанда 13 атыу яһай. Был күләм атыу ваҡытын һәм һөҙөмтәлелеген иҫәпкә алып оптималь боекомплект тип табылған.

Экипаж бер позицияға бер нисә ҡабат рәттән сыҡмай. «Ҡоштар» һағауыллап тороуы ихтимал. Быға танкистарҙың үҙҙәре бәреп төшөргән дрондар һәм бронемашиналағы яралар ҙа дәлил.

Яугирҙар фаразы был юлы ла аҡланды, һыуа торошоноң боҙолоуы файҙаға ғына булды. Танк капонирға юғалтыһыҙ әйләнеп ҡайтты, ә ҡуйылған бурыс теүәл үтәлде һәм дошман нығытмалары юҡ ителде.

А. Кәбиров