Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы 26 мартта үтәсәк

Парламент Президиумында уның көн тәртибен раҫланды. Ултырыш 2025 йылға Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһындағы отчет тыңлауҙан башланасаҡ. Елена Теняеваны Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Көн тәртибенә барлығы 50-гә яҡын мәсьәлә индерелгән. Уларҙың төп өлөшө закон проекттарын тикшереүгә бәйле. Ултырышта шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҡарарҙары һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшереләсәк.