Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урман янғындары менән көрәш өсөн 12 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бар. 3 мең ярым махсус техника иҫәпләнә. Бынан тыш янғынға бәйле хәл тәүлек әйләнәһенә күҙәтелә. Йыһандағы яһалма юлдаш, авиация ярҙамында мониторинг уҙғарыла. Шулай уҡ хәүефле биләмәләрҙә камералар урынлаштырылған, 563 маршрут буйлап рейдтар ойошторола. Төп маҡсат - урман фондына зыянды кәметеү, уттың ауылдарға яҡынлашыуына юл ҡуймау, тип белдерәләр ведомствонан.