Яңы быуын-һыу ресурстарын һаҡлау өсөн. Бындай исем аҫтында Өфөнөң «Ватан» этно паркында флешмоб үтте. «Экологик именлек» милли проектына ярашлы ойошторолған сара ошо көндәрҙә билдәләнәсәк Бөтә донъя һыу ресурстары көнөнә бағышланды. Флешмобта «Рәсәй һыуы» проекты ирекмәндәре, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Аҙыҡһыҙ аҙналар буйына түҙеп булһа, һыуһыҙ бер нисә көн генә йәшәргә мөмкин. Юҡҡа ғына «Һыу-йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл бер биҙәге» тип әйтмәгәндер халыҡ. Уртаса алғанда, кеше үҙ ғүмерендә 35 тонна һыу эсә. Башҡортостанда 13 меңгә яҡын йылға һәм 2 меңдән ашыу күл иҫәпләнә. Һыу ресурстары респуликала ысын мәғәнәһендә милли ҡаҙаныш, тип әйтергә лә мөмкин. Уларҙы киләсәк быуынға таҙа итеп тапшырыу-төп бурыс.
«Рәсәй һыуы» федераль проекты һыу ресурстарының таҙалығы һағында тора. Былтыр ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ ҡатнашлығында ил буйлап 20 меңдән ашыу сара үткәрелгән. Ҡар иреү менән быйылғы акциялар миҙгеле лә старт аласаҡ. Әлегә йәштәр һыу объекттары мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп иеү маҡсатында флешмобҡа йыйылды.
Күләмле сара 22 мартта билдәләнәсәк Бөтә донъя һыу ресурстары көнөнә бағышланды. Флешмоб Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан «Экологик именлек» милли проектына ярашлы ойошторолдо. Акцияла Өфө вуздары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары ҡатнашты.
Шулай уҡ Бөтә донъя һыу ресурстары көнө алдынан республикала лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм экологик акциялар үткәреү палнлаштырыла. Ойоштороусылар тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың патриотик тәрбиә менән айырылғыһыҙ бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау үҙ иленә, уның мәҙәни һәм тәбиғи ҡиммәттәренә хөрмәт күрһәтеүҙең төп сағылышы булып тора.