Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Затон биҫтәһендә «Хавал» автомобилен туҡтатҡан. Бала махсус креслола ултырһа ла, водителдең тәртибе инспекторҙарҙа шик тыуҙыра. Сөнки ул үҙен сәйер тота, ә ауыҙынан спиртлы эсемлек еҫе сыға. Атай кешегә медицина тикшереүе үтергә тәҡдим ителә. Анализ һөҙөмтәһе уның иҫерек булыуын күрһәтә. Ир транспорт сараһы менән идара итеүҙән ситләштерелә, ә ҡыҙҙы әсәһенә тапшырыла. Машина махсус туҡталҡаға оҙатыла.