Аяҡтың сираҡ һөйәгенән яңаҡ. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы хирургтары уникаль операция үткәргән. Табиптар 31 йәшлек пациенттың яңағын тергеҙгән. Яңы тормош бүләк иткән үҙенсәлекле әмәлиәт хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Яралар уңалған, йөйҙөң ептәре алына. Шишмә районынан Эльвира Мансурова дауахананан яңы яңаҡ, күтәренке кәйеф, киләсәккә маҡсаттар менән сыға. Ә бер йыл элек кенә Эльвира Тәлғәт ҡыҙының тормоштан төңөлгән, өмөтө өҙөлгән мәле лә була. 30 йәше генә тулған ханымға аяуһыҙ диагноз ҡуйыла, уның яңағында шеш табыла.
Аҫҡы яңаҡтағы шеш берҙән ҙур, икенсенән тиҙ арала үҫкән була. Пациентҡа инвалид булып ҡалыу хәүефе янай, уның яңағының бер өлөшөн алып ташлау талап ителә. Әммә табиптар Эльвира Мансурованың яңағын аяҡтың сираҡ һөйәге ярҙамында тергеҙергә хәл итә. Был һөйәк хәрәкәт иткәндә файҙаланылмай, уны донор материалы итеп ҡулланырға мөмкин.
Эльвира Мансурова дауаханала бер айға яҡын ятҡан, медицина учреждениеһы табиптары уға яңы йөҙ-ҡиәфәт кенә түгел, тормошҡа ышаныс бүләк иткән. Хәҙер һаулыҡтың, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәргә лә йәшәргә генә, ти Эльвира Тәлғәт ҡыҙы.
Рәмзиә Кәримова