Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Ат даны-егет ҡулында» исемле спорт сараһы үтте. Ул өс дистанцияла ойошторолған ат ярыштары, уҡтан атыу, ғаилә спорт уйындарынан үрелеп барҙы. Сағыу тамаша тотош Таштимер ауыл биләмәһе ҡатнашлығында ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Әбйәлил ауылында үткән «Ат даны-егет ҡулында» исемле спорт байрамы тотош райондаштарҙы бергә йыйҙы тиһәң дә һис тә арттырыу булмаҫ. Сөнки, үҙ мәктәбе, үҙ урта махсус уҡыу йорто, балалар баҡсаһы, дауаханаһы, мәсете булған Әбйәлил-«Айыҡ ауыл» республика конкурсында район намыҫын яҡлай. Шуға ла сәмсел халыҡ тағы ла дәртләнеп был юлы ат йәнле замандаштарын бер майҙанға йыйҙы.
Таштимер ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр менән ҡаршы алды. Мул табындан шыжлап ҡайнаған самауырға ҡушылып улар таҡмаҡтар ҙа әйтелде. Байрамдан махсус хәрби операцияға ярҙам сараларын ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән ирекмәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар килгән ҡунаҡтарға һуңғы ваҡытта башҡарылған эштәрен барланы.
Өфөнән килгән конкурс комиссияһы ағзалары ауыл буйлап экскурсияға ла сыҡты. Улар ауыл тарихы, бар социаль объекттар менән яҡындан танышты. Бигерәк тә үҫеп килеүсе йәш быуынға ҡарата алып барылған саралар айырым иғтибарға алынды.
Бөгөн Әбйәлил төбәктә социаль инфраструктура яғынан ныҡлы үҫешкән алдынғы ауылдар исемлегендә. Шуға ла йәштәр ҙә күпләп төпләнә. Атай йорто нигеҙен ташламай ауылда ҡалырға тырыша улар. Ә инде киләсәктә урындағы халыҡ мәҙәниәт йортло булыу маҡсаты менән яна.
Азат Ғәлиуллин