Башҡортостанда ташҡын осоронда ашығыс хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк

Премьер-министр Андрей Назаров хәүефһеҙлеккә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә ҡушты. Был көндәрҙә гидротехник ҡоролаларҙа аварияға ҡаршы күнекмәләр үтә, шулай уҡ ҡарҙағы һыу кимәле тикшерелә, ташҡын буйынса фараздар аныҡлана. Республикала оператив штаб булдырылған, ташҡынға ҡаршы комиссиялар эшләй.