Бөгөн Бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләй. Бөйөк Ураҙа һәм изге Рамаҙан айы тамамлана. Ошо уңайҙан Рәсәй президенты Владимир Путиндан ҡотлау телеграммаһы килде. Мосолман ойошмалары ғаилә институтын нығытыуға, йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, дәүләт һәм йәмәғәт структуралары менән конструктив диалогты үҫтерә, патриотик, мәғариф, гуманитар башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә. Һәм, әлбиттә, ислам динен тотоусыларға айырым рәхмәт, улар яугир иптәштәре менән иңгә-иң терәшеп Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә, геройҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам күрһәтә,-тип әйтелә дәүләт башлығы ҡотлауында.