Башҡортостанда Ураҙа байрамы киң билдәләнә

Республиканың барлыҡ иман йорттарында бөгөн Рамаҙан айы тамамланыуға һәм Ураҙа Ғәйетенә арналған байрам вәғәзе яңғыраны. Мосолмандарҙы төп байрамдарҙың береһе менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин тәбрикләне. «Ләлә» мәсетендә уҙғарылған коллектив намаҙҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, республика халҡына изге теләктәрен еткерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ураҙа Ғәйете барлыҡ мосолман халҡын-төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән изге байрам. «Ләлә» йәмиғ мәсетендә һәр кем өсөн ишектәр асыҡ, әммә иртәнге сәғәттәрҙән үк иман йортонда ғибәҙәт ҡылырға урындар ҡалманы, шуға күрә теләүселәр өсөн иман йорто майҙанына намаҙлыҡтар йәйелде. Байрам вәғәзен тыңларға алыҫ райондарҙан, сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә булды. Милләттәштәребеҙ билдәләүенсә, Рамаҙан айында Ураҙа тотоу рухи яҡтан көс өҫтәп, иманды нығытҡан.

Изге ай барышында мосолмандар аш-һыуҙан тыйылып торҙо, ураҙа тотто. Рухи яҡтан камиллашыу, яҡшы уйҙар менән булыуҙан тыш, хәле булған һәр кем мохтаждар файҙаһына фитыр саҙаҡаһы таратырға ла бурыслы. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин коллектив намаҙ үткәреп, вәғәз һөйләне.

«2026 йыл ил президенты тарафынан Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Күп милләтле республика өсөн-был иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе»,-тип һүҙ башланы төбәк етәксеһе.

Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күрһәтелгән ярҙам өсөн бар мосолман халҡына рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ үҙ сығышында ул бөгөнгө заманда дини лидерҙарҙың абруйы ҙур булыуын билдәләне. Тәлғәт Хәҙрәт Тажетдин ярты быуатҡа яҡын Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә Назаратына рәйеслек итеп рухи тәрбиә эше алып бара.

Рамаҙан айында башҡарылған һәр изге эш оло сауап булып ҡабул ителә, Мәсеткә килеүселәр Ураҙаның быйыл еңел үтеүен, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы өҫтәүен билдәләй. Изге ғәмәлде Шәүүәл айында ла дауам итергә мөмкин.

«Ләлә» мәсетендә Ураҙа Ғәйетенә арналған байрам вәғәзенең тура трансляцияһы БСТ телеканалы аша ла күрһәтелде. Шулай уҡ федераль каналда ла ул эфирға сыҡты.

Яҙҙың һуңғы айында бөтә мосолман донъяһы өсөн изге байрам-Ҡорбан Ғәйете көтөлә. Ул Ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс, Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә. Быйыл ул 27 майға тура килеп, өс көн дауам итәсәк. Ҡорбан салып, мохтаждарға ярҙам итеп, изге ғәмәлдәр башҡарыу-һәр кем өсөн сауаплы эш һанала.

Гөлназ Хәйбуллина