Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә эш барышын тикшерҙе

Ураҙа ғәйетенән һуң Башҡортостан башлығы «Әр-Рәхим» мәсетендә булды. Иман йортонда әле тышҡы яҡтан биҙәкләү, инженер селтәрҙәре һуҙыу, яҡтыртыу ҡоролмалары беркетеү, беренсе ҡатты төҙөкләндереү эштәре бара. Радий Хәбиров төҙөлөш барышын, сифатын шәхси контролдә тота. Республика етәксеһе бөгөн дә төҙөүселәргә эште туҡтатмаҫҡа, планға ярашлы алып барырға ҡушты. Үҙгәрештәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Елләтеү системаһы урынлаштырылған, көмбәҙҙәр йылытылған, манаралар мәрмәр плитәләр менән көпләнгән, тышҡы биҙәкләү эштәре бара. «Әр-Рәхим» мәсете айлап түгел, көнләп үҙгәрә. Ә иман йортонда төҙөлөш бөтөнләй туҡтаған мәлдәр ҙә була. Мәсет 2006 йылда һалына башлай, төрлө инвесторҙар килә, әммә эште аҙағына тиклем еткереүсе табылмай. Ике йыл элек мәсет төҙөлөшөн Радий Хәбиров контролгә алғас ҡына боҙ урынынан ҡуҙғала.

Әле мәсет яңы һулыш кисерә тип әйтергә мөмкин. Йылдар буйы тороп ярылған тәҙрәләр алмаштырылған, көмбәҙ-манаралар нығытылған, яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйылған. Һәр этапта заманса технологиялар, яңы ысулдар ҡулланыла. Иман йорто уңайлы, хәүефһеҙ булырға тейеш.

Мәсеттең төп биҙәге-һирәк осрай торған куфи стилендәге яҙмалар. Был ғәрәп теленең иң боронғо формаһы, хәрефтәр геометрик төҙөлөшө менән айырылып тора. «Әр-рәхим»дең түшәменә Аллаһтың 99 исеменең 32-һе яҙыла. Ә көмбәҙ буйындағы аяттарҙы иң ҡиммәтле Ҡөръән китабын яҙған Артур хаттат эшләгән.

Иман йортонда төҙөлөш ҡайнай, алда ла ҙур бурыстар тора. Объекттың нигеҙен нығытыу өсөн эргәләге йорттарҙы күсереү, эске эштәрҙе тамамлау, биләмәне тәртипкә килтереү һәм башҡалар. Иң мөһиме-эш йәнләндерелгән, иман йорто күҙгә күренеп үҙгәрә. Тимәк, киләсәктә манаралаҙан аҙан тауышы ағылыуына ла өмөт ҙур

Рәмзиә Кәримова