Яҙғы ревизия уҙғарыу умартасылыҡта бал миҙгеленә әҙерлек алдынан төп эштәрҙең береһе булып тора. Бал ҡорттары тотоусылар ҡышлауҙан һуң күстәрҙең торошон баһалай, инә ҡорттарҙы, аҙыҡ запасын һәм тоҡомдо тикшерә, тейешле саралар күрә. Иглин умартасылары янында беҙҙең ижади төркөм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ете йәшлек Аскар Әхмәҙиевтар ғаиләһендә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүсе өсөнсө быуын вәкиле. Ул атаһынан бер тотам да ҡалмай. Бал ҡорттары алты йәшенән уның өсөн иң егәрле һәм ышаныслы йән эйәләре. Тиҫтерҙәре кеүек телефонда ултырырға һис кенә лә ваҡыты юҡ Асҡарҙың. «Атанан күргән уҡ юнған» тигәндәре Әхмәҙиевтарҙың булмышын билдәләй. Асҡар ҙа ғаилә умарталығында атаһы менән олатаһынан ҡортсолоҡ нигеҙҙәренә өйрәнә.
Бал ҡорттарына ревизияны Әхмәҙиевтар елһеҙ көндә, һауа темпертатураһы 14 градустан да түбән булмаған йылы көндә яһай.Бал ҡорттарын ҡарап сыҡҡандан һуң көсһөҙөрәк ғаиләләрҙән башлайҙар. Төтөн ебәреп эшкә тотоналар. Башта умарта ҡапҡасын һәм йылытыу мендәрен алалар, киндерҙе күтәрәләр. Рамдар инә ҡорттарҙы баҫмаҫ өсөн һаҡ ҡына сығарыла.
7 рамда ултыра. Март аҙағын рамдар һаны 12-гә еткереләсәк. Ревизия барышында Әхмәҙиевтар ояларҙа тәртип урынлаштырҙы, буш рамдарҙы алмаштырҙы, күгәргәндәрен таҙартты. Был бал ҡорттарының эшен күпкә еңеләйтәсәк һәм ғаиләнең көсөн арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Республикала яҙғы ревизия үткәргәндә умартасылар бал ҡорттары ауырыуҙарын дәүләт заданиеһы сиктәрендә бушлай.диагностикалай ала. Аталы-уллы Әхмәҙиевтар ҙа бындай мөмкинлек менән мотлаҡ файҙаланасаҡ.
Оло Теләк ауылындағы был умарталыҡта ике ғаиләнең ике йөҙ баш умартаһы. Умартасылар ревизия үткәргәндән һуң бал ҡорттары яҡшы ҡышлаған тигән һығымта яһаған. Юғалтыу ни бары 5-7 процент ҡына тәшкил итә.
Гүзәл Борханова