Ҡотҡарыусылар балыҡ тотоуҙа ярыша. Өфө районының Алексеевка ауылы эргәһендәге күлдә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы балыҡ тотоу буйынса чемпионат уҙғарҙы.
Идаралыҡ балыҡсылар ярышын йыл һайын март айында уҙғара. Чемпионат берҙән оҫта балыҡсыларҙы асыҡлау маҡсатын ҡуйһа, икенсенән, иҫкәртеү сараһы булып тора. Быйыл боҙ өҫтөнә 20-нән ашыу ҡатнашыусы сыҡты, улар араһында идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре лә, ветерандар ҙа, балалар ҙа бар. Еңеүселәр мәкене уйыу оҫталығы буйынса ла, иң ҙур һәм күп балыҡ тотоусылар араһында ла билдәләнә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыш башланыр алдынан һәр ваҡыт хәүефһеҙлек саралары тураһында мәғлүмәт еткерелә. Яҙ етеп ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән боҙ йоҡара, кешенең ғүмеренә хәүеф янай. Шуға күрә лә иғтибарлы булыу шарт. Ә был ярышты ниндәйҙер кимәлдә миҙгелде ябыу сараһы тип атарға мөмкин.