Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә пилотһыҙ осоу аппараты һөжүме менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БПЛА уҙған шәмбе Затон биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан йортҡа барып бәрелде. Бәхеткә күрә, еңелсә йәрәхәтләнгән ике төҙөүсе дауаханаға ятыуҙан баш тартты. Республикала дошман һөжүмдәренә ҡаршы эшмәкәрлек яйға һалынған, барыһы ла эш тәртибендә хәл ителә, тине Радий Хәбиров.