Үткән ял көндәрендә республикала 51 янғын сығып, 6 кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл бөтәһе 997 янғын осрағы теркәлгән. Уларҙа 51 кешенең ғүмере өҙөлгән, 41 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Янғын һүндереүселәр 381 кешене ҡотҡарған. Уларҙың 82 проценты хәүеф төркөмөнә ҡараған граждандар: тимәк, хаҡлы ялдағылар, бер ҡайҙа ла эшләмәгәндәр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр. Статистика күрһәтеүенсә, янғындарҙың күбеһе шәхси йорттарҙа теркәлгән. Шуға күрә өйҙә, фатирҙарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим.