Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса тәүге тапҡыр Рәсәйҙең өс лидеры исемлегенә инде. Рейтинг һөҙөмтәләрен Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ иғлан итте. Алдынғы төбәктәр иҫәбендә шулай уҡ Татарстан, Красноярск крайы, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Мәскәү. Бер йыл элек беҙ бишенсе урында инек, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров. Республикала йәштәр һаны миллиондан ашыу, уларҙың ихтыяждары өсөн төрлө мөмкинлектәр булдырыла. Йәштәр беҙҙә иң яҡшыһы, улар менән эшләү оло хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Әйткәндәй, быйыл республиканың йәштәр сәйәсәте 35 йыллығын билдәләй. Федераль агентлыҡҡа юғары баһа өсөн рәхмәт, тип яҙған Башҡортостан башлығы