Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Ҡариҙел районы халҡы менән осрашыу үткәрҙе

Түңәрәк өҫтәл артына муниципалитет, ауыл биләмәләре вәкилдәре, дин әһелдәре һәм урындағы активистар йыйылды. Осрашыуҙа йәмәғәт контроле тураһында һүҙ барҙы. Былтыр республика палатаһы 3 меңдән ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары туплау объектын, 550-нән ашыу балалар һәм спорт майҙансығын, 67 ихата һәм 55 балалар лагерын тикшергән. Шулай уҡ кибермутлашыуҙы иҫкәртеү буйынса айырым эш алып барыла. Осрашыуҙан һуң Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре күп функциялы клуб эшмәкәрлеге менән танышты.

Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙан тыш, Ҡариҙел районында коммерцияға булмаған секторҙың уңыштары һәм хәл итергә кәрәк булған мәсьәләләр менән таныштыҡ. Барлыҡ һорауҙарҙы яҙып алдыҡ. Бындай осрашыуҙар киләсәктә йышыраҡ үтер һәм республика халҡы мәнфәғәтенә берҙәм эш алып барырбыҙ тигән өмәттәбеҙ.

Кристина Недорезова, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары