Яугирҙар ял көндәрен ғаиләләре янында, балалары менән бергә үткәргән. Йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, төрлө ғаилә мәсьәләләрен хәл иткән, мәктәптәрҙә үткән батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Башҡортсотан Башлығы исеменән ил һаҡсыларын Өфөнөң Октябрьский һәм Совет райондары хәрби комиссары подполковник Вадим Виноградов тәбрикләне, хәрби юлды имен-һау үтеп, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Һалдаттар махсус хәрби операция биәләмәһенә Башҡортостан Хөкүмәте тарафыннан бүленгән уңайлы автобустарҙа бара, артабанғы юлда уларға ҡалған яуҙаштары ла ҡушыласаҡ. Яугирҙар тыуған ерҙән көс алып, иптәштәренә ғаиләләренән исемле посылкалар алып, Донбассҡа юлланды. Һалдаттарҙы яҡындары һәм туғандары оҙатып, изге теләктәрен еткерҙе.